Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың данлы вариҫтары әле лә һынатмай. Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та Күсей ауыл биләмәһенән ундан ашыу егет махсус хәрби операцияға юлланды, бер нисә ир-егет үҙҙәре теләп доброволец булып китте. Ауыл халҡы уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уй-ниәттәр менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын улар яҡшы аңлай. Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, мәктәп ашханаһында борщ, быҡтырылған ит эшләнеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйҙе. Шулай уҡ яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым тупланған гуманитар ярҙам даими рәүештә туплана. Күптән түгел ҡатын -ҡыҙҙар окоп шәме эшләгән. Ошо көндәрҙә Күсей ауылының өс ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобилендә юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барҙы. Улар менән ҡы