Яңауыл районы Максимовка ауыл мәҙәниәт йортонда студенттар менән осрашыу үтте. Мәктәпте тамамлаусы өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашлығындағы сара "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең студент тормошо, имтихандары хаҡында һөйләне, мәктәп йылдарын, яратҡан предметтарын һәм уҡытыусыларын иҫкә төшөрҙө, уларға рәхмәт белдерҙе, һөнәр һайлауға нимә йоғонто яһауын һөйләне. Ҡунаҡтар мәктәптең артабанғы уҡыуҙағы мөһим ролен билдәләне һәм мәктәп уҡыусыларына дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа, уҡыуға етди һәм намыҫлы ҡарарға кәңәш итте. Оҙаҡламай ҡайҙа һәм кемгә уҡырға кәрәклеген һайлаясаҡ өлкән класс уҡыусылары сығыш яһаусыларҙы иғтибар менән тыңланы, уҡыу һәм студент тормошона бәйле һорауҙар бирҙе. Студенттар уҡыусыларға төп өгөт-нәсихәт бирҙе: уҡырға, уҡырға һәм тағы ла бер тапҡыр уҡырға. Һуңынан студенттар төрлө конкурстарҙа һәм уйындарҙа, шаян викториналарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашты. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. "Ошондай осрашыуҙар балалар ө