Федераль урман хужалығы агентлығы “Орлёнок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһында мәктәп урмансылыҡтары ағзалары өсөн “Урман үҫентеһе” тигән профилле смена ойоштора. Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора. Профилле ете смена 2024 йылдың 24 июненән 14 июленә тиклем ойошторола. 2024 йылда профилле сменала ҡатнашыусылар һаны 150 кеше тәшкил итә. Сменала ҡатнашыу өсөн бушлай юллама алыуға дәғүә итеүселәр конкурс һайлауын үтергә тейеш. Конкурста 11 - 15 йәшлек үҫмерҙәр (смена башланған мәлгә ҡарата), “Иң яҡшы мәктәп урмансылығы” бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу смотр-конкурсында һәм “Үҫенте” бөтә Рәсәй үҫмерҙәр урман конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары, “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһының төбәк майҙансыҡтарында, “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһында, “Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө” акцияһында әүҙем ҡатнашыусылар ҡатнаша. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 28 мәктәп урмансылығы эшләй, уларҙа республиканың 850 йәш урмансыһы шөғөлләнә. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.