Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Балыҡ, ҡап, ҡап, яр башында ялтырап ят!"

Сарала республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан, күрше ауылдарҙан 41 балыҡсы ҡатнашҡан. Балыҡсылар байрамы ауылда оҙаҡ йылдар дауамында үткәрелә. Беҙҙең ауыл йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан. Шуға балыҡсылар күп. Һауа торошо ла бик шәп булды. Өлкәндәр ҙә, балаларҙа рәхәтләнеп балыҡ тотто. “Иң оҫта балыҡсы”, “Иң йәш балыҡсы”, “Тәүге балыҡ”, “Балыҡсылар ғаиләһе” һәм башҡа номинациялар буйынса ҡатнашыусылар бүләкләнде, - тип һөйләй ауыл старостаһы Дилара Хоҙайғолова. Мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Рәсимә Әхмәтйәнова ҡатнашыусылар тотҡан балыҡтан тәмле аш бешерҙе, самауырҙар ҡайнатып үлән сәйҙәре эстеләр. Фотолар: Айрат Искәндәровтың шәхси архивнан алынды.