Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Иң тәмле” дәрестең дә серҙәре күп

Республикала “Минең милли аш-һыуым” тип аталған “иң тәмле” флешмоб башланды. Унда өлкән класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡатнаша, тип яҙа “Дуванский вестник”. Ҡыҙыҡлы сара Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән йыл һайын милли кухня үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәре абруйын күтәреү, уҡыусыларҙа туҡланыу мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм аш-һыу әҙерләү күнекмәләрен биреү маҡсатында үткәрелә. Дыуан районының Т.Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы уҡыусылары быйыл да “иң тәмле” дәресте көтөп алды. Технология уҡытыусыһы Зөһрә Урал ҡыҙы һәм лицейҙың шеф-повары Гүзәл Данис ҡыҙы менән улар бишбармаҡ бешерергә өйрәнде, телеңде йоторлоҡ аш-һыуҙың серҙәрен белде. Ә Вознесенск мәктәбе уҡыусылары ҙур теләк менән сәк-сәк әҙерләргә өйрәнде. Башҡорт халҡы традицияларға бай, милли аштар әҙерләү оҫталығы ла күптән килә.Ошо матур традицияға таянып #МоеНациональноеБлюдо флешмобында ҡатнашып, үҙ ҡулдары менән аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән оҫталарға рәхмәт. Улар бешергән ризыҡтар уңып, тәмле булып беште. Фото: Т. Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы. https://duv-vest.ru/news/kultura/2024-01-26/v-shkolah-duvanskogo-rayona-startoval-samyy-vkusnyy-fleshmob-3619060