Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауат районы хакимиәте башлығын ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, 28 ғинуарҙа, Салауат муниципаль район хакимиәте башлығы Марс Кашапов тыуған көнөн билдәләй. Марс Фәрәх улы - Салауат районының Мәсетле ауылында тыуған һәм барлыҡ ғүмерен тыуған еренә бағышлаған етәксе. 1983 йылда “Йүрүҙән” совхозында хеҙмәт юлын башлаған ябай ауылы егете колхоз рәйесе лә, ауыл хужалығы буйынса башлыҡ урынбаҫары, “Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары булып эшләй. 2017 йылда райондаштары уға ышаныс белдереп, Салауат районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләй. Етәксе ике юғары белемгә эйә – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1992 йыл) һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2002 йыл) тамамлаған. Марс Фәрәх улын беҙ заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы етәксе, район яҙмышы һәм киләсәге өсөн янып йәшәгән етәксе итеп беләбеҙ. Башлыҡ вазифаһында “Бөтәһе лә район һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн!” тигән девиз аҫтында эшләүе ошо хаҡта һөйләй. Марс Фәрәх улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә эшендә уңыштар, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Фото сығанағы: vk.com Марс Кашапов