Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан батырҙары Мәләүезгә йыйылды

Кисә Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған батырҙар Мәләүездә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса VIII асыҡ республика турнирында ҡатнаша. “Ҡалабыҙҙа республиканың 18 районы һәм ҡалаһынан 250 көрәшсе йыйылды”, тип хәбәр итә “Путь Октября” гәзите. К. Арыҫланов исемендәге милли көрәш буйынса республика турниры кисә, 27 ғинуарҙа, Мәләүез спорт һарайында үтә. Батырҙар төрлө ауырлыҡ категорияларында көс һынашасаҡ. Батырҙар байрамын ойоштороуҙа “Яугир” хәрби-патриот клубы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, район хакимиәте һәм спорт учреждениеһы әүҙем ҡатнашты. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәргә көс һәм дәрт теләйбеҙ, һөҙөмтәләр ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн һеҙҙең һәр берегеҙ еңеүсе! Фото:https://put-okt.com/articles /novosti-goroda/2024-01-27/v-meleuze- sostyazayutsya-batyry-so-vsego-bashkortostana-3619749