Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Белемдәрен камиллаштырғандар

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында ОРБИ Инсультҡа ҡаршы көрәш фонды ойошторған «Нейрореабилитацияла эрготерапия алымдары һәм юлдары» тигән семинар уҙған. Сирле пациенттарҙы реабилитациялауҙа мәшғүл ҙур медицина ойошмаларының 30-ҙан ашыу белгесе (физиотерапевтар, реабилитация медицинаһы табиптары, неврологтар, инструкторҙар - методистар, психологтар) эрготерапия алымдарын өйрәнгән, клиник хәлдәрҙе тикшергән. Семинар Республика табип-физкультура диспансеры ярҙамында ойошторолған. ОРБИ - Рәсәйҙә инсульт проблемаһы менән шөғөлләнеүсе беренсе профилле фонд. Ул сирле кешеләргә, шулай уҡ уларҙың яҡындарына ярҙам итә, медицина учреждениеларына булышлыҡ итә, медицина персоналының квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштора. Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (Национальный проект “Здравоохранение”) буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы һәм инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Фото: бсмп-уфа.рф