Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡатын документтары өсөн инеп, кире сыға алмаған...

27 ғинуарҙа төндә Ҡариҙел районының Байҡы ауылында шәхси йортта янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр янғын һүндереүселәре килгәндә, йортто тотошлай ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1978 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ янғын ваҡытында 1966 һәм 1977 йылғы ирҙәр тән йәрәхәттәре алған. Улар дауаханаға оҙатылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, янғын соландан башланған. Зыян күргән ирҙәрҙең һүҙҙәре буйынса, беренсе булып ҡатын уяна һәм уларҙы торғоҙоп, урамға сығара. Ҡатын үҙе өйгә документтар алырға тип яңынан инә һәм кире әйләнеп сыға алмай... Хөрмәтле граждандар, ошондай фажиғәле хәлдәргә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Йортоғоҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйығыҙ. Балаларҙы, инвалидтарҙы һәм өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фото: mchsrb.