«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенә яңы универсаль операция өҫтәле алғандар. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Өҫтәл төрлө профилдәге хирургик операциялар яһау өсөн тәғәйенләнгән. Ул пациентты уңайлы урынлаштырыуҙы һәм ышаныслы теркәүҙе тәьмин итә, шулай уҡ автономлы электр һәм гидравлик приводтар менән йыһазландырылған. Был табиптарға урынлашыу бейеклеген, пациент өсөн уңайлылыҡты көйләргә мөмкинлек бирә. Өҫтәлде операция ваҡытында ҡулдан да, пульттан да үҙгәртергә мөмкин, тип асыҡлыҡ индерә белгестәр. «Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә. Өҫтәл табиптар һәм пациенттар өсөн ышаныслы, уңайлы. Заманса ҡорамалдың мөмкинлектәре хирург һәм уның ассистенттарының операцияларҙы башҡарғанда тотороҡло эшләүен тәьмин итә», тип белдерә Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Илгиз Ваһапов. Саҡмағош хирургтары яңы операция өҫтәлен әүҙем ҡуллана ла инде. Мәғлүм булыуынса, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты (Национальный проект “Здравоохранение”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: ufa-news.net