«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты республикала 2024 тағы 46 туристик объект төҙөргә ярҙам итәсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында. «Хәҙер яҡшы ял ойоштороу өсөн алыҫ барырға кәрәкмәй. Төбәк эшҡыуарҙары ҡала шау-шыуынан алыҫта йыл әйләнәһенә уңайлы ял итеү өсөн бөтә шарттар булдыра. Быйыл да модулле капиталь булмаған төҙөлөштәрҙе субсидиялауҙы дауам итәсәкбеҙ», - тип билдәләй республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Уҙған йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгелендә Башҡортостан биләмәһендә ун туристик объект файҙаланыуға тапшырылған. Шулай, Туймазы районындағы «Төмәнәк» ял йорто тәүге ҡунаҡтарын ҡабул иткән. Ғамир Ғәлимов Башҡортостанда капиталь булмаған модулле ҡоролмаларҙы төҙөү буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға конкурс ярҙамында субсидия алған. Грантҡа ул «Төмәнәк» ял йорто биләмәһендә көмбәҙ рәүешендә ике модулле йорт төҙөлөшөн тамамлаған. Улар йыл әйләнәһенә файҙаланыласаҡ. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты (Национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: turizm.pibig.info