Һуғышта пуля һыҙғырыуҙары, мина шартлауҙары, юғалтыуҙар менән бер рәттән, тормош дауам итә. Һәр яугир Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырышлығын һала, ғүмерен дә йәлләмәй һәм шул уҡ ваҡытта тыныс, бәхетле тормош тураһында хыяллана. Салауат районының Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы, “Космос” позывнойлы яугир бына ярты йыл инде махсус хәрби операция зонаһында. Ул ялан госпиталендә, яралыларҙы дауалай, тип яҙа “На земле Салавата”. Яңыраҡ батыр, ҡыйыу ҡыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ғаиләһенә һәм туғандарына махсус хәрби операция зонаһында яҡшы егетте осратҡаны, бер-береһенә ғашиҡ булғандары тураһында һөйләгән. Ысын мөхәббәткә кәртә юҡ. Кейәү булаһы егет тә яҡташыбыҙ, Илеш районы һалдаты булып сыҡҡан. Ул да үҙ теләге менән алғы һыҙыҡта, дошманға ҡаршы көрәшә. Йәштәр махсус хәрби операция тамамланыу менән өйләнешергә уйлай. Уларға бәхет теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218