Беҙҙең баҫмаға түбәндәге хат килде. Уны Бөрйән районының Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Айгөл Ғазина яҙған һәм түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. “Бөрйән районының Ырғыҙлы мәктәбендә спорт яратҡан, спорт менән дуҫ булған, мәктәп, район, зона, республика кимәлендә юғары уңыштар яулаған тырыш балалар уҡый. Волейбол, футбол, баскетбол, лапта кеуек уйындарҙы йыл әйләнәһенә уйнаһалар, ер өҫтөнә ап-аҡ ҡар ятыу менән балалар яланға сығып саңғыға баҫа. Мәктәп спорт залы - балаларҙың иң яратҡан урыны. Проект буйынса спортзалда сәхнә лә бар, әммә тауыштың көслө яңғырауы арҡаһында йыл әйләнәһенә үткән күп сараларзы сәхнә булған спортзалда түгел, ә уҡыу залында үткәрергә мәжбүрбеҙ. Ниһайәт, быйыл Ырғыҙлы ауыл хакимиәте менән берлектә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ниәт иттек. Тәүге йыйылышта халыҡ төрлө ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Шул тәҡдимдәр араһынан Ырғыҙлы ауылы урамдарын яҡтыртыу, мәктәпкә спорт инвентарҙары алыу, спортзалда тауы