Найти тему
Башҡортостан гәзите

Герой-ҡаланың Хәтер китабында – 462 яҡташыбыҙ исеме

Санкт-Петербург ҡалаһында Ленинградты фашист ҡамауынан тулыһынса азат итеүгә 80 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантаналы сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Пискарев мемориаль зыяратында Хәтер аллеяһына сәскә һалыу церемонияһы үткәрелде. Колоннаны Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко етәкләне. Радий Хәбиров республика делегацияһы менән бергә Хәтер аллеяһында Ленинградты яҡлауҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле билдәгә сәскә һалды. Пискарев зыяраты - бөтә Ленинград халҡына һәм ҡаланы яҡлаусы яугирҙәргә, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына иҫтәлек мемориалы ул. Уны Еңеү байрамы көнөндә, 1960 йылдың 9 майында асалар, ә 2003 йылда Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килә. 26 гектар майҙанды биләгән биләмәләге 186 туғандаш ҡәберҙә Ленинградтың 420 мең кешеһе һәм 70 мең яугир ерләнгән. Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәһендә бында Башҡортостандан 16 мең яугир һәләк булғанын белдерҙе. Герой-ҡаланың Хәтер китабында 462 яҡташыбыҙҙың исеме бар. “900 көн дауам иткән ҡамауҙа Ленинград халҡы иҫ киткес батырлыҡ күрһәткән. Мин шул йылдарҙағы кешелек фажиғәһе менән һуғарылған атмосфераны тойоу өсөн килдем. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Башҡортостан үҙенә 130 меңдән ашыу эвакуацияланған халыҡты ҡабул итте. Улар яңы тормошто беҙҙә башланы. Шуларҙың араһында танылған дирижер Владимир Спиваковтың ата-әсәһе бар. Данлыҡлы музыкант Өфөлә тыуған, әле лә ул шул дәүер тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай. Беҙҙең бурыс – ошо иҫтәлекле көндәрҙә Петербург халҡы менән бергә булыу һәм ошо мөһим сараларҙы үткәреү”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Азат Мөхәмәтйәнов фотолары.