Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Атайым ғүмер буйы әсәйемде яратманы...

Мин ғаиләлә бер бала булып үҫтем. Бала сағымды бәхетле лә, әллә ни бәхетһеҙ ҙә тип әйтә алмайым. Һәүетемсә булды. Тик бәләкәйҙән шуны ныҡлы белә инем: атайым ғүмер буйы әсәйемде яратманы. Улар бер ҡасан да бергә ҡунаҡҡа йөрөмәне һәм ҡунаҡ саҡырманы. Үҙ-ара көлөшкәндәрен, хатта матурлап һөйләшкәндәрен дә иҫләмәйем. Атайым гел үҙ алдына, әсәйемдән айырым булды, айырым бүлмәләрҙә йоҡланылар. Шуныһы, уның бындай мөнәсәбәте миңә ҡағылманы. Ул донъялағы иң яҡшы атай ине. Әсәйемдән айырмалы, минең өсөн һәр саҡ ваҡыт таба, сәйәхәттәргә алып бара, уҡыуҙа ярҙам итә, дәрес әҙерләшә ине. Нимә теләйем алып бирҙе, ҙурая төшкәс күпләп аҡса ла бирә ине. Уның кәңәштәре мине ғүмер буйы оҙатып килә. Уҡыу йортон тамамлауыма миңә фатир бүләк итте хатта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым күптән түгел инфаркттан вафат булып ҡалды. Минең өсөн был бик ҙур юғалтыу булды. Был хәбәрҙе ишетеп ҡайғынан башымды ла күтәрә алмай йөрөгәндә, тағы бер тетрәнеү көткән булып сыҡты. Атайымды ерләгән саҡта унда сит ҡатынды күреп ҡалдым. Әсәйем әсе итеп төрттөрөп: “ана атайыңдың мөхәббәте килгән”, тигәс йәнә бер шаҡ ҡаттым. Шулай ҙа был һылыу ғына апай менән һөйләшергә көс таптым. Баҡһаң, атайым ғүмере буйы уны яратҡан икән. Йәш саҡтарында улар өйләнешергә йөрөгән саҡта әсәйем килеп сыҡҡан һәм араларына ингән. Атайым уға ҡарамаған да. Тик бер кисәлә мәкерле әсәйем уға нимәлер эсергән һәм уның менән йоҡлаған. Һөҙөмтәлә, ул шунда уҡ ауырға ҡала һәм бала хаҡына тип көсләп үҙенә өйләндерә. Атайыма ғүмерлек мөхәббәтен оноторға һәм яратмаған кешеһенә өйләнергә тура килә. “Ниңә улай иттең һуң? Уны ла, үҙеңде лә бәхетһеҙ иттең бит”, – тим әсәйемә. Ә ул елкәһен һикертте лә: “Эйе, йәшлектә булды инде. Бала тыуғас мине яратыр, уны онотор тип уйланым. Тик килеп сыҡманы. Ул намыҫлы кеше булараҡ мине ташлап китә алманы. Үҙе һәйбәт кеше булғас, яҡшы аҡса эшләгәс, мин дә китмәнем. Ғүмер үтте лә китте”, – тине. Хәҙер миңә был яңылыҡ тыныс йәшәргә бирмәй. Тимәк мин атайымдың ғүмерлек мөхәббәте менән айырылыу сәбәбе булғанмын. Икенсе яҡтан әсәйемде лә аңлай алмайым. Ни өсөн ул бар йәшлеген үҙен яратмаған, кешегә һанамаған ир менән йәшәп әрәм иткән? Үҙе әйтеүенсә, атайым ғүмер буйы уға бер тапҡыр ҙа ҡағылмаған, ә әсәйем хыянат итергә ҡурҡҡан, сөнки был уны ҡыуып сығарыуға сәбәп булырын аңлаған. Ғүмер буйы яратмаған ҡатын менән йәшәгән атайым да йәл, ҡатын-ҡыҙ булараҡ әсәйем дә йәл, тик уға үпкәм ҙур. Әлегә бик аралашҡым килмәй уның менән. Икенсе яҡтан, был донъяла әсәйем генә ҡалды, уның менән араны боҙоп булмай. Буталдым, нимә эшләргә? (Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡыҙҙың һөйләгәндәренән). Фото: mykaleidoscope.ru