Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ваҡытынан алда ҡартайырға теләмәһәң...

Әгәр ҙә һеҙ көн буйы ултырып эшләргә мәжбүр икәнһегеҙ, һәр сәғәт һайын өс минут тирәһе зарядка яһағыҙ: һуҙылығыҙ, аяҡтарығыҙҙы, табандарығыҙҙы яҙығыҙ, кәүҙәгеҙҙе борғолағыҙ, яурындарығыҙҙы күтәрегеҙ һәм төшөрөгөҙ. Быларҙың барыһын да ултырған килеш яһап була. Ни тиклем йышыраҡ тулҡынланһағыҙ, борсолһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк ҡартаясаҡһығыҙ. Бынан тыш, стресс сәс ҡойолоуына, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүенә килтерәсәк. Асыуығыҙ килһә, ярһыуығыҙҙы эсегеҙгә йыймағыҙ, тышҡа сығарығыҙ. Ҡәнәғәтһеҙлекте йыш ҡына йәшерергә тырышыуҙан сәләмәтлегегеҙгә зыян килеүе ихтимал. Көмөрәйеп йөрөмәгеҙ, атлағанда ла, ултырғанда ла арҡағыҙҙы төҙ тотоғоҙ. Бик күп сирҙәр умыртҡа һөйәге кәкрәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Ваҡытында ғаилә ҡороғоҙ. Төрлө ил белгестәре иҫбатлауынса, ғаиләле кешеләр биш-ете йылға оҙағыраҡ йәшәй. Көнөнә 1,5-2 литр һыу эсергә тәҡдим ителә. Шыйыҡлыҡтың 50 процентын аш, сәй, һут һәм башҡа эсемлектәрҙән алырға кәрәк. Тәүлегенә кәм тигәндә һигеҙ сәғәт йоҡларға тырышығыҙ. Йоҡоноң даими булыуы мотлаҡ. Өҫтәүенә бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға ғәҙәтләнегеҙ. Бары йоҡо ғына физик көстө тергеҙергә, зиһенгә асыҡлыҡ ҡайтарырға, хәтерҙе һәм иғтибарлылыҡты яҡшыртырға, кәйефте һәм иммунитетты күтәрергә ярҙам итә. Фото: "Башинформ" архивынан.