Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Үҙемде башҡорт халҡы улы тип иҫәпләйем”

Стәрлетамаҡ ҡалаһы егете, ”Боксер” позывнойлы хәрби офицер ҙур ғорурлыҡ менән үҙен башҡорт халҡы улы тип иҫәпләй. Был хаҡта хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев үҙенең алғы һыҙыҡта яҙып алған репортажында хәбәр итә. «Мин махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта, Чернигов йүнәлешендә хеҙмәт иттем. Әле башҡорт полкындамын, элек башҡа бригадала инем. Сағыштырып ҡарағанда, бында шарттар уңайлыраҡ, миңә бик оҡшай, тирә-яғыбыҙ тулы яҡташтар. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, ярҙамлашырға ғына торалар. Хатта үҙем рус милләтенән булһам да, ҙур ғорурлыҡ менән үҙемде башҡорт халҡы улы тип иҫәпләйем”, – ти “Боксер”. Яугиргә рухи көс, һаулыҡ теләйбеҙ, яҡташтарыбыҙҙың еңеү менән тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://srgazeta.ru/news/novosti-sterlitamaka/2024-01-25/boevoy-ofitser-s-pozyvnym-bokser-iz-sterlitamaka-nazyvaet-sebya-synom-bashkirskogo-naroda-3617897?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=22753747