Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылды ҙур фажиғә тетрәндергән...

Кисә Ҡариҙел районының бер ауылында янғында пенсионер һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, соланы булған ағас өй янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан бар: 70 йәшлек хужа ир һәләк булған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, ут мейестән сыҡҡан, анығырағы - янып бөтмәгән мейесте алдан томалау. Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм һәм МЧС-тың тәүтикшереүсеһе эшләй. Ведомствола белдереүҙәренсә, йортта янғын иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йылдан Башҡортостанда был ҡорамалдар 1100 кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Фото: ГУ МЧС РФ по РБ.