Башҡортостанда йөклө һәм репродуктив йәштәге ҡатындарҙың һаулығын һаҡлау өсөн яңы технологиялар ҡулланыла. Төбәктә сабыйҙар үлеме һиҙелерлек кәмегән. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Республикала 899 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Шуларҙың 98 проценты былтыр профилактика тикшереүҙәре менән солғап алынған. Медицина учреждениеларында махсус һәм юғары технологиялы ярҙамды 3 629 бала алған. 1689 бала федераль үҙәктәргә дауалау өсөн ебәрелгән. Республика балалар клиник дауаханаһы тәүлек әйләнәһенә телемедицина консультациялары үткәрә. Бындай юғары технологиялы ярҙам күләме йылдан-йыл арта. Былтыр Башҡортостанда йәшәүсе балаларҙың һәр дүртенсеһе шифаханаларҙа дауаланды, ун меңдән ашыу бала медицина реабилитацияһы үтте.12 ай эсендә сабыйҙар үлеме күрһәткесе ете процентҡа кәмегән. Бер килограмдан түбәнерәк ауырлыҡта тыуған балаларҙың 85 проценты йәшәүгә һәләтле булып сыҡҡан. 2024 йылда ваҡытынан алда тыуған, ауыр сирҙәр кисергән балаларҙы күҙәтеү хеҙмәтен киңәйтеү күҙ уңында тотола.