Учалының уңған уҙаманы, һәләтле композитор һәм музыкант, Комсомольск ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Булат Пирғәлинде республикала яҡшы беләләр. Ул социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем. Әйткәндәй былтыр декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән “ЮлдашХит-2023" сараһында "Музыкаль блогер" номинацияһында ла билдәләнгән. Булат ағайҙың видеояҙмаларын «Юлдаш» радиоһы, республика гәзиттәренең төркөмдәрендә йыш күрергә була. Ә журналист, Булат ағайҙың яҡташы Илфат Янбаев уны “заман сәсәне, тынғыһыҙ ижадсы” тип билдәләй. “Интернеттағы шәхси сәхифәһендә ауыл тормошон һүрәтләгән фотолар ҡуйып, шаян шиғырҙар менен биҙәүе үҙе генә ни тора; популяр йырҙарҙы башҡортсаға мәрәкәләп түңкәреүе лә һынды ҡатырғансы көлдөрә. Шаян һәм етди видеояҙмаларын көтөп тороп, “Яйыҡ” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә ҡуя барабыҙ – халыҡ һөйөүен яулауы унда асыҡтан-асыҡ күренә”, - тип яҙа Ильфат Янбаев. Шуныһы бар: тынғыһыҙ булмышлы Булат ағай эргәһендә үҙе ише дәрт-дарманлы ауылдаштарын, яҡташтарын да туплаған: уның видеоҙмаларында йыш ҡына һәләтле һәүәҫкәр башҡарыусыларҙы, музыканттарҙы күрергә була. Афарин, тип әйтегә генә ҡала, сөнки булат Пирғәлин ише кешеләр ауыл йәме һәм ҡото бит ул. Фото һәм видео геройҙың шәхси архивынан.