“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы Учалы үҙәк район дауаханаһына алынған яңы видеогастроскоп тулы ҡеүәтенә эшләй. 1400-ҙән ашыу тикшеренеү үткәрелгән дә инде. Программаның маҡсаты – халыҡтың ихтыяжынан сығып, һәр кемдең йәшәгән урынына яҡын урында медицина ярҙамын ойоштороу. Оптик системаһы һәм яҡтыртҡысы булған махсус зонд эске ағзаларҙы тикшереү маҡсатында кеше организмына индерелә. Ул ағзаның көбөһөн ҙурайтып ҡарарға, шулай уҡ ваҡ манипуляцияларҙы үтәргә мөмкинлек бирә. Заманса эндоскопик визуализация системаһы ярҙамында капиллярҙарҙың һәм лайлалы тиресәнең өҫкө структураларының аныҡ һәм сағыу һүрәттәре алына. –Ҡорамал ҙур диагностик мөмкинлектәргә һәм функцияларға эйә. Һүрәттәрҙең киң форматта булыуы һәм электрон ҙурайтыу функциялары бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күрергә, тикшерергә мөмкинлек бирә, – ти дауахана табибы Раил Хәйбуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. . .