Былтыр ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ Языков үҙәк район дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы алынған заманса маммографта тикшеренеү үтте. Сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн даими рәүештә иҫкәртеү тикшеренеүҙәре үтергә кәрәк. Маммография һөт биҙҙәре шештәренә ваҡытында диагностика үткәрергә ярҙам итә. Яман шеш – бөтә донъяла киң таралған сирҙәрҙең береһе. Ҡырҡ йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография мотлаҡ диагностика тикшеренеүе булып тора. Ул диспансерлаштырыу мәлендә үткәрелә. –Дауаханаға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Заманса маммограф файҙаланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы, һүрәттәре юғары сифатлы, пациент өсөн хәүефһеҙ. 2023 йылда унда ике меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән һәм һөт биҙҙәре онкологияһының ун осрағы асыҡланған, – тине дауахананың баш табибы Алмас Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, г