“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһына яңы үпкәне яһалма елләтеү аппараты алынды. Уның төп өҫтөнлөгө – пациенттың талаптарына ярашлы эште яйлаштырыу. Белгес ҡорамал ярҙамында өлкәндәрҙән тыш, балаға ла үпкәне елләтеү процедураһын үткәрә ала. Ауырыуҙың торошона ҡарап, ҡорамал елләтеү параметрҙарын автоматик рәүештә үҙгәртә, шулай уҡ автономлы режимда ла эшләй ала. Аппарат сенсорлы дисплей менән йыһазландырылған. – Дауаханала ошондай заманса аппараттың булыуы, мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ. Район халҡының сәләмәтлеген һәм ғүмерҙәрен һаҡлау хаҡына ҡорамал оҙаҡ хеҙмәт итһен, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илгиз Шәнгәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.