26 ғинуарҙа Өфөлә “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап концерт ойошторолдо. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан халыҡ йыйылды. Улар араһында “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов та бар ине. – Бөгөн беҙҙең республика өсөн бик әһәмиәтле булған сара үтте. Үҙебеҙҙең коллективтан ҙур команда менән килдек. Радий Хәбиров республикаға етәксе булып килгәс, беҙҙең “Красноусол” шифаханаһы өсөн күп нәмәләр эшләнде. Булғандарын ғына түгел, ә яңы шифахана объекттарын төҙөү алып барыла. Халыҡ өсөн эшләнгән ғәмәлдәр бихисап. Беҙҙең Башҡортостан күп милләтле республика – беҙҙә 130-ҙан ашыу милләт татыу йәшәй. Халыҡ берҙәм булырға тейеш. Мәҫәлән, беҙҙең коллективта ла төрлө милләт вәкилдәре тырышып эшләй. Республика башҡа төбәктәр өсөн һәр саҡ өлгө булып торҙо. Шуға ла был сара республика,