Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап ойошторолған концертҡа район хакимиәте башлыҡтары ла килгәйне. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, Иҙел башынан бөтәһе 402 кеше сараға килгән. - Бындай ваҡытта бөтәбеҙгә лә бергә булырға кәрәк. Беҙҙе тыштан еңә алмағас, эстән тарҡатырға теләгәндәре аңлашыла. Беҙгә тупланырға, бергә һәм тағы ла татыуыраҡ булырға кәрәк. Бик шәп сара. Белорет районынан бында 402 кеше килде, шуға ла беҙҙең кәйеф күтәренке. Радий Фәрит улы өсөн, беҙҙең тупланыуыбыҙ өсөн, махсус хәрби операцияның маҡсаты өсөн! Беҙ бөтәһен дә хуплайбыҙ, – тине Андрей Иванович. Фото: “Башҡортостан” гәзите. #МинРадийХәбировМенән#ЯZаХабирова#ZаЕдиныйБашкортостан