Вуз-ара студенттар кампусында БДМУ лабораторияһында ракка ҡаршы препарат өҫтөндә эшләйҙәр Өфөләге вуз-ара студенттар кампусында яман шеш сирҙәрен дауалау өсөн молекуляр гибридтар лабораторияһын асыуға әҙерләнәләр. Лаборатория Башҡорт дәүләт медицина университетында “Приоритет-2030” биләмә һәм тармаҡ лидерлығы программаһы сиктәрендә булдырылған. Лабораторияның маҡсаты – медицина, химия, биология һәм биотехнологиялар өсөн әһәмиәтле биоконъюгаттар әҙерләү.Тәү сиратта был яман шеш сирҙәрен дауалау йәки дарыу препараттарын ағзаларға һәм туҡымаларға адреслы алып барып еткереү өсөн перспективалы пептидтар һәм уларҙың конъюгаттарын эҙләү. “Был - ҡатмарлы һәм күп стадиялы процесс, материалды һәм ваҡытты күп аласаҡ. Бер препаратты эшкәртеп сығарыу циклы биш йылдан ун йылғаса”, - ти лаборатория мөдире, химия фәндәре кандидаты Эмиль Яманһаров. Лабораторияның ғилми етәксеһе - Рәсәй фәндәр академияһы академигы, академиктар М.М. Шемякин, Ю.А. Овчинников исемдәрендәге биоорганик химия институтының баш