Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостаныбыҙҙың ниндәйҙер яңы заманаһын аса торған көндөр

Өфөнөң үҙәк майҙандарының береһе булған “Торатау” конгресс-холы янында ойошторолған “Көслө Республика – Берҙәм Башҡортостан” концерты төрлө милләт, төрлө һөнәр һәм төрлө йәштәге меңәрләгән кешене бер урынға тупланы. Улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплауға, теләктәшлек белдерергә йыйылған. Сараға килгән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республика парламентының Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Рәмзил улы Вәлиевтең фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ. – Башҡортостандың Башлығы Радик Хәбировты яҡларға төрлө төбәктәрҙәр меңәрләгән кеше килгән. Минең уйымса, был көн беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың ниндәйҙер яңы заманаһын аса торған көндөр, тип өмөтләнәм. Йылдар дауамында беҙҙе янап, ҡурҡытып тотҡан кешеләрҙең хәҙер йоғонтоһо кәмене. Был көн ошоно күрһәтергә тейеш, тип уйлайым, – тине Шамил Вәлиев. Фото: “Башҡортостан” гәзите. #МинРадийХәбировМенән #ЯZаХабирова #ZаЕдиныйБашкортостан