1 февралдә Өфөлә Рәсәй студенттары көнөнә “Торатау” конгресс -холында #Дома тип исемләнгән форум үтә. Был сара 11 сәғәттә Мәскәү, Санкт Петербург, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттары йәштәре өсөн ишектәрен аса. Форум сиктәрендә республиканың ойошма һәм предприятиеларының кадрҙар хеҙмәттәре менән төрлө осрашыуҙар ҡаралған. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында яҡташлыҡты булдырыу буйынса стратегик сессия планлаштырылған. Форум “Галстукһыҙ осрашыу” тип исемләнгән сара менән тамамлана, унда студенттар ҡыҙыҡлы сәйәсмәндәр, кинорежиссерҙар, йырсылар, блогерҙар менән әңгәмәләшә ала. Шулай Башҡортостандың танылған артистары менән мәҙәни сара ҡаралған. #Дома форумы студенттарға уңышлы киләсәк өсөн үҙ юлын булдырырға уникаль мөмкинлек бирә.