Бөгөн, 26 ғинуар яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың вафат булған көнө. Был ауыр ваҡиғаға һигеҙ йыл тулһа ла, халыҡ уны һаман ярата һәм хәтерендә тота. Уның ире Илгиз Әбдрәҡипов социаль селтәрҙә ҡатынына арнап пост баҫтырҙы һәм Вәсилә Фаттахованың “Бәхтебеҙ бикле ятмаһын” тигән йырын да өҫтәне. “Вәсиләһеҙ һигеҙ йыл... … (31.12.1979 — 26.01.2016). Хәтер мәңгелек”– тип яҙҙы ул. “Һигеҙ йыл үтеп китһә лә, уның йырын ишеткән һайын күҙемдән йәштәр аға, күңеле ожмахта булһын”, “Бер кемгә лә оҡшамаған һәм бик талантлы Вәсилә, хәтерләйбеҙ, яратабыҙ”, “Вәсиләнең бөтә йырҙарын да иҫләйбеҙ һәм яратабыҙ. Иң яратҡандары “Тыуған яҡ” һәм “Ашығаһың”, “Оноторлоҡ түгел Вәсилә”, – тип яҙа кешеләр уның тураһында социаль селтәрҙә. Ысынлап та, оҙаҡ йәшәмәһә лә, үҙенең таланты менән бик күп кешеләрҙең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул бынан һигеҙ йыл элек 37 генә йәшендә һәләк булды. Уның ире һәм ике балаһы етем ҡалды. Фото: "Бәйләнештә".