“Торатау” конгресс-холы майҙаны алдында барған бөгөнгө сәйәси сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов та ҡатнашты. Ул былай тине: “Беҙҙә, башҡорттарҙа, ғәҙеллек тойғоһо ныҡ көслө. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең халыҡҡа ярҙамсыллыҡ һәм ауыр ваҡыттарҙа иңгә-иң терәп һынауҙарҙы ҡаршы алыуы ла хас. Был сифаттар һәр кеше өсөн мөһим, ләкин беҙҙең илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы эстән емерергә тырышҡандар нәҡ шул сифаттарға баҫым эшләйҙәр. Илебеҙҙең Президенты Владимир Владимирович Путин ҡасандыр Башҡортостандың күп милләтле төбәк булғанын күҙ уңында тотоп: «Башҡортостанда һыу тамсыһында кеүек бөтә Рәсәй сағыла» - тип әйткән ине. Ысынлапта, беҙҙең Республикабыҙ һәр ваҡыт күп милләтле халҡының татыулығы менән дан тотто, һәм бөгөнгө ауыр заманда ошо татыулыҡты һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Бөгөнгө көндә көслө етәксе, Республикабыҙҙың Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың эргәһендә берләшеп илебеҙ, тыуған еребеҙҙең матур киләсәген һәм уңыштарын ҡулға-ҡул тотоноп ҡына булдыра алабыҙ.” Автор фотоһы. #МинРадийХәбировМенән#ЯZаХабирова#ZаЕдиныйБашкортостан