Дәүләт Думаһында оҙаҡ ваҡыт рәсми никахта торған рәсәйлеләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы закон проектын теркәнеләр. Документ парламенттың түбәнге палатаһы базаһында баҫылған. Инициатива авторҙары 20 йылдан кәм булмаған никахта торған граждандарға бергә йәшәү юбилейына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр бирергә тәҡдим итте. Түләү күләме никахтың оҙайлығына бәйле: 20 йыллыҡ юбилейға — 20 мең һум, 25 йыллыҡ юбилейға – 25 мең һум һ.б., 70 йыллыҡ никах өсөн 70 меңгә тиклем. Түләүҙе алыу хоҡуғына никахы тарҡалмаған һәм суд тарафынан ғәмәлдән сығарылмаған илдә даими йәшәгән граждандар эйә буласаҡ. Бер үк кешеләр араһында никахтың бер нисә осоро булған осраҡта бергә йәшәү ваҡыты ҡушылмай һәм һуңғы теркәлгән көндән иҫәпләнә. Әгәр закон проекты ҡабул ителһә, ул 1 июлдән үҙ көсөнә инәсәк. Сығанаҡ: rbc.ru Фотола: Бөрйән районынан 72 йыл бергә йәшәгән Ишморатовтар ғаиләһе (фото ғаилә архивынан)