Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөтә Рәсәй беҙҙең берҙәмлекте күрһен

Бөгөн Телеүҙәк майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәйәсәтен хуплап ойошторолған сарала бик күп халыҡ ҡатнашты. Үҙенең фекере менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы ағзаһы Яков Кугубаев уртаҡлашты. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты, уның сәйәсәтен хуплап ошондай сара ойоштороу дөрөҫ булды тип иҫәпләйем. Сөнки беҙгә үҙебеҙҙең күп булыуҙы күрһәтеү мөһим ине. Теге саҡ Баймаҡта булған, законһыҙ митингҡа сыҡҡан кешеләр әҙлектә. Бөгөн күпме кеше килгәнен ҡарағыҙ әле. Бындағы халыҡтың кәмендә 80 проценты үҙ теләге менән килде. Эйе, бәлки кемгәлер ял биргәндәрҙер, саҡырғандарҙыр. Тик күпселек үҙ теләге менән йыйылды. Мин Бөрөнән махсус килдем, Радий Фәрит улын хуплауымды күрһәтергә теләнем. Бөтә Рәсәй беҙҙең күплекте, лидерыбыҙҙы хуплауыбыҙҙы күрергә тейеш, – тине ул. Автор фотоһы. #МинРадийХәбировМенән#ЯZаХабирова#ZаЕдиныйБашкортостан