Найти в Дзене

Йәштәргә ҙур мөмкинлектәр асыла

Нефтекама ҡалаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған Йәштәр йорто асылды. Яңыртыу “Мәғариф” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Йәштәр өсөн төбәк” программаһы сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында уҙғарылды. Тантаналы асыуҙа 500 самаһы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты. Яңы майҙансыҡ буйлап экскурсияла сара ҡунаҡтарын яңы ҡорамалдар, ремонтланған конференция залы, фудкорт, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм башҡа майҙансыҡтар менән таныштырҙылар. Нефтекаманың ижади эшләүсе һәм әүҙем йәштәренең уңайлы, заманса киңлеге барлыҡҡа килде. Бында бергә йыйылырға, идеялар менән алмашырға, проекттарҙы тормошҡа ашырырға була. – Яңы киңлек ҡала йәштәренең идеяларын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыраҡ һәм функциональ яйға һалынды. Нефтекама Йәштәр йорто үҙ-үҙен ҙур һәм татыу йәштәр командаһының бер өлөшө итеп тойорға әҙер булғандарҙың һәммәһе өсөн дә асыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын баш

Нефтекама ҡалаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған Йәштәр йорто асылды. Яңыртыу “Мәғариф” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Йәштәр өсөн төбәк” программаһы сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында уҙғарылды. Тантаналы асыуҙа 500 самаһы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты. Яңы майҙансыҡ буйлап экскурсияла сара ҡунаҡтарын яңы ҡорамалдар, ремонтланған конференция залы, фудкорт, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм башҡа майҙансыҡтар менән таныштырҙылар. Нефтекаманың ижади эшләүсе һәм әүҙем йәштәренең уңайлы, заманса киңлеге барлыҡҡа килде. Бында бергә йыйылырға, идеялар менән алмашырға, проекттарҙы тормошҡа ашырырға була. – Яңы киңлек ҡала йәштәренең идеяларын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыраҡ һәм функциональ яйға һалынды. Нефтекама Йәштәр йорто үҙ-үҙен ҙур һәм татыу йәштәр командаһының бер өлөшө итеп тойорға әҙер булғандарҙың һәммәһе өсөн дә асыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. Бай программа сиктәрендә теләүселәр 10 майҙансыҡ эшендә ҡатнаша алды: уҡыусылар урындары йәрминкәһе, “Ижад”, “Ирекмәнлек”, “Медиа”, “Гранттар”, “КВН”, “Патриотик тәрбиә”, “Йәш ғаилә”, “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар презентацияһы” һәм “Хореография”. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.