Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул ителә. Ул агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә күрһәтеләсәк. Дәүләт ярҙамының суммаһы 2023 йылдан бер кешегә 500 меңдән 750 мең һумға тиклем артты. – Иҡтисадтың күп тармаҡтарында кадрҙар дефициты күҙәтелә, ауыл хужалығы – айырым осраҡ түгел, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең мөһимлеген иҫәпкә алып, үҫеп килеүсе быуын менән эште көсәйтәбеҙ, агрокластар, агромәктәптәр асабыҙ, агроколледждар, тармаҡ вуздары менән эшләйбеҙ, иң мөһиме – балалар һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн. Кадрҙар потенциалына ярҙам итеү республика программаһы был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөһим инструмент булып тора. Дәүләт ярҙамын алыуға конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан агросәнәғәт комплекс