Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле әмәлиәт (операция) эшләтергә тура килә. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ: * физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ; *медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа; * медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ; * йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш. Шулай итеп, был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙ тураһында белегеҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.