Башҡортостандың халыҡ артисы, виртоуз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың атаһы Миңлеәхмәт Фәхретдин улы Зәйнетдинов вафат булып ҡалған. Ошо хаҡта артист социаль селтәрҙә уртаҡлашты. “Әтейебеҙ беҙҙе ҡалдырып, фани донъяға күсте. Бик рәхмәтлебеҙ беҙгә матур тәрбиә биреп эшкә һөйөү тәрбиәләгәнең өсөн! Ятҡан урының йомшаҡ, киң, урының ожмахта ғына булһын, яратҡан Әтейебеҙ! Әтейебеҙ, Зәйнетдинов Миңлеәхмәт Фәхретдин улы – Зәйнетдиновтар нәҫеленең алтын бағанаһы булды. Беҙгә, 11 балаһына яҡшы тәрбиә, белем биреп, эшкә һөйөү уятып, кешелек сифатын бер ҡасан да юғалтмағыҙ тип, рух биреп үҫтерҙе. Беҙ бик рәхмәтлебеҙ, балаларыбыҙҙы ла шул юҫыҡта тәрбиәләйбеҙ. Зәйнетдиновтар нәҫеленә бер ҡасан да тап төшөрмәҫбеҙ, ҡыҙыллыҡ килтермәҫбеҙ, яратҡан Әтейебеҙ. Был фотола Әтейем 85 йәшенә бар балаларын, туғандарын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып алды. Ә кисә, 22.01.2024 йыл, 18:33 сәғәттә, 92 йәшендә беҙҙе ҡалдырып, фани донъяға күсте. Бәхил бул, Әтей! Тыныс йоҡла, ятҡан ерең йомшаҡ, киң, урының ожмахта ғына бул