Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ярыштың маҡсаттары изге

Өфө районының Авдон ауылында “Демография” милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә "ҡышҡы өсбәйге" дисциплинаһында полиатлон буйынса финал ярыштар үтте. Ул республиканың XXXII Ауыл спорт уйындары иҫәбенә яҙылды. Ишембай районы командаһы ярыштарҙа көмөш призер булды. Башҡортостан Республикаһында Ауыл спорт уйындары түбәндәге маҡсаттарҙа үткәрелә: - сәләмәт ял ойоштороу, күмәк физкультура-спорт эшен ҡуйыу формаларын камиллаштырыу һәм ауыл спортсыларының оҫталығын күтәреү өсөн шарттар булдырыу; - физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ауыл ерендә матди-техник базаны нығытыу; - йәштәрҙә гражданлыҡ яуаплылығы, хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерлек тәрбиәләү. Спортсылар ҡышҡы өсбәйгелә – пневматик ҡоралдан атыуҙа, көс гимнастикаһында (ир-егеттәрҙә күтәрелеү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү) һәм саңғы ярышында ярышты. Ишембай районы командаһы йомғаҡлау зачетында Туймазы районы йыйылмаһынан ғына ҡалышып икенсе урын яуланы. Алена Романюк шәхси иҫәптә – өсөнсө, Илнур Байғазин иһә икенсе булды. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.