Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды

“Ҡаҙағстан-Башҡортостан” бизнес-форумында малсылыҡ, мал аҙығы етештереү, сауҙа, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре араһында халыҡ һәм художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле делегацияның Ҡаҙағстан республикаһына сәфәре барышында билдәле булды. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләүенсә, Башҡортостандың эшлекле делегацияһы составына 70 тирәһе предприятие ингән. – Ҡаҙағстан Республикаһы – Башҡортостан Республикаһының төп партнерҙарының береһе. Республикалар араһында үҙ-ара тауар әйләнеше күрһәткесе, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 3,1 процентҡа артҡан, – тип белдерҙе иҡтисади ведомство етәксеһе. Фото: pravitelstvorb.ru