Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге республиканың агросәнәғәт комплексы вәкилдәре делегацияһы Ҡаҙағстанда “Ҡаҙағстан-Башҡортостан” бизнес–форумында ҡатнаша. Предприятиеның продукцияһы Ҡаҙағстанда киң популярлыҡ яулаған. ”Родина”нан Астана ҡалаһына көн һайын 40 тоннаға яҡын һөт, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡа продукция оҙатыла. Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы хужалыҡ етәксеһе Иван Сауэр менән осрашты, һөт заводында, малсылыҡ комплексында булды, шулай уҡ Родина ауылының социаль объекттары менән танышты. Фото: pravitelstvorb.ru