Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы арматура заводы төҙөләсәк

Өфөлә арматура етештереү буйынса яңы завод булдырыу инвестиция проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестпроекты исемлегенә инде. Был башланғыс менән «Автогруз» компанияһы сыҡты. Яңы предприятие булдырыуға инвестор 158 миллион һум тирәһе аҡса һалырға, 24 яңы эш урындары булдырырға ниәтләй. Был проект “Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәтелде һәм хупланды. Һөҙөмтәлә дәүләт ярҙамы сараларын алыуға өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелде. -Проектты был исемлеккә индереүҙең төп өҫтөнлөгө – торгһыҙ арендаға ер участкаһын алыу. Производствоны ебәреү 2026 йылға билдәләнгән, - тине ведомствоның генераль директоры Наил Ғәббәсов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.