25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә "Иң яҡшы студент" тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Унда уңған, тырыш, аҡыллы, әүҙем йәштәребеҙ ҡатнашты. Барыһына ла "Афарин!" тибеҙ. Тауыш биреү сәмле, көсөргәнешле барҙы. Шулай итеп, бына улар – конкурс еңеүселәре: 1-се урында – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Динара Ғәлләмова; 2-се урында – Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Самат Аҡҡужин; 3-сө урында – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Гөлсинә Йомағужина. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, еңеүсе студенттар һәм улар белем алған уҡыу йорттары тураһында "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә донъя күрәсәк, был йәштәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ студенттарға, уларҙы алға сығарыу өсөн дәррәү ҡеүәтләгән дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Йәштәребеҙҙе Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйбеҙ. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса тулы мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65a53a007e609514cccd216c Фотолар еңеүселәрҙең шәхси архивынан.