Ситтән ҡараһаң, бик бәхетле ҡатынмын. Яратып, минең өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙер торған ирем, аҡыллы, ярҙамсыл улым бар. Икәүләп үҙемде хөрмәт һәм мөхәббәт менән уратҡандар. Тик эсемдә һаҡлаған серем матур тормошомдо ағыулап тик тора... Ришат менән танышып йөрөй башлағанда, икебеҙгә лә егермешәр йәш ине. Йәш, дыуамал, бәхетле йылдар. Талашабыҙ, дуҫлашабыҙ, тағы әрләшәбеҙ. Ике йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс, бер ныҡ ҡына һүҙгә килештек. Сит кешеләр беҙҙең араға инде, әхирәт тип йөрөгән кешем Ришат тураһында алама һүҙҙәр һөйләне. Имеш, ул миңә хыянат иткән, башҡа берәү менән булған. Дыуамаллығым менән араны “шарт” өҙҙөм дә күрше ҡалаға сығып киттем. Унда икенсе бер әхирәтем менән “ҡайғынан” ултырып эстек, клубҡа сығып киттек. Нисек килеп сыҡҡандыр, әммә иртән таныш булмаған ир ҡосағында уяндым. Шул көндән һуң башҡа уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Тик мәңгегә онотоу мөмкин түгел ине... унан ауырға ҡалғайным. Ни эшләргә лә белмәй аптырап йөрөгән саҡта Ришат килеп инде. Ул мине генә яратыуы, хыяна