Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикабыҙ делегацияһының Астанаға эш сәфәре барышында Ҡаҙағстандың Sputnik яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың бәйләнеш үҙенсәлеге тураһында һөйләне, 2024 йылда үтәсәк Ҡаҙағстан - Рәсәй төбәк-ара форум тураһында, авиабәйләнеш үҫеше тураһында белдерҙе. Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомарт Токаев менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре хаҡында әйтте. -Дөйөм мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙҙан сығып шуны әйтә алам, Ҡаҙағстан – беҙҙең өсөн донъялағы төп партнер. Беҙ һуңғы йылдарҙың һөҙөмтәләрен барланыҡ. Аҙаҡҡы дүрт йылда тауар әйләнеше лә артҡан. Быны билдәләп, Президент Касым-Жомарт Токаев, сауҙанан тәрәнерәк кооперацияға күсеүҙе тәҡдим итте, - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ төбәк етәксеһе “Башҡортостан оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы тураһында ла һөйләне. -Беҙҙә “Башҡортостан оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы эшләй. Был программа күптән республиканан ситкә сыға.Тәүге тәжрибә Белоруссия менән булды. Хәҙер уны Ҡаҙағст