Башҡортостан Республикаһында 2023 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем 113 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүл граждандар менән, Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүенең льготалы тәртибе буйынса 130 ҡуртым килешеүе төҙөлгән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 49 процентҡа күберәк. Ярҙамдың суммаһы 55,9 миллион һум тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылдың ошо уҡ осоронда 84 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүл граждандар менән 87 ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Ярҙам күләме 21,4 миллион һум тәшкил иткән. Аренда килешеүҙәрен рәсмиләштереү һәм льготалар алыу өсөн үҙаллы «Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһының мөлкәте менән идара итеү» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына, шул иҫәптән күп функциялы үҙәк аша, йә иһә почта элемтәһе аша, йә иһә «шәхси кабинет» аша Республика дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22837/
Ҡуртым өсөн ташламалы түләү менән килешеүҙәр һаны артҡан
25 января 202425 янв 2024
~1 мин