Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙә башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыналар

Ошо көндәрҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә форумы сиктәрендә Башҡортостан стендында белем биреү аҙналығы ла ойошторолдо. Көн һайын стенд майҙансығында ҡыҙыҡлы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив дәрестәр уҙғарыла. Башҡортостан стендын күрергә килеүселәрҙе “Ғаилә – это семья” тигән өҫтәл уйыны айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Унда ғаилә ағзаларының исеме яҙылған карточкалар ярҙамында ҡунаҡтар башҡорт телен өйрәнде, төрлө сувенирҙар алды. Стендты Ҡалмыҡ Республикаһы вәкилдәре лә ҡараны. Улар туған телдең кешеләр тормошонда мөһим урын алып тороуын билдәләне. -Ни тиклем күберәк телдәр белһәң, һин шул тиклем бай. Һәм, әлбиттә, туған телдәрҙе белеү бик мөһим, - тине ҡалмыҡ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Октябрь районының М.В. Хонинов исемендәге 2-се Большецарынск урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Эрдни Канкаев.