Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бүтән Себергә бармаһағыҙ ҙа була...

Башҡортостанда "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы. Төбәктең Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Ленара Иванова һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко Бөрөлә вахтасылар менән осрашты. “Проекттың маҡсатына ярашлы, Себергә бер нисә айға вахта ысулы менән йөрөүселәргә эшен баш ҡалабыҙҙағы УМПО заводындағы эшкә алмаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Эш хаҡы яҡшы, һаулыҡҡа ла зыян түгел (һыу һәм һауа Себерҙә яҡшы сифатлы түгел) һәм ғаиләң дә эргәлә!” – тип осрашыу йомғаҡтары буйынса Ленара Иванова телеграм-каналда фекерен белдерҙе. Осрашыуҙа Бөрө районында йәшәүсе 150-нән артыҡ кеше ҡатнашты. Йыйылыусылар араһында вахтасылар ғына түгел, уларҙың ҡатындары, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары ла булды. Фотолар Ленара Иванованың телеграм-каналынан.