Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров студенттарҙы байрам менән ҡотланы. "Ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй студенттары һәм Татьяна көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Студент йылдары – яңы офоҡтарға ынтылыу һәм асыштар өсөн ғәжәйеп матур ваҡыт. Һеҙҙең идеяларығыҙ, энергияғыҙ, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылышығыҙ артабан алға барыуға булышлыҡ итә. Бөгөн республиканың юғары уҡыу йорттарында Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу студент уҡый. Һеҙ үҙегеҙҙе фәнни өлкәләрҙә һәм инновацион проекттарҙа әүҙем күрһәтәһегеҙ, академик программаларҙа, ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашаһығыҙ, стартаптарығыҙҙы, теләгән бер проекттарығыҙҙы уңышлы тормошҡа ашыраһығыҙ, гранттар отаһығыҙ, профессиональ һәм ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңәһегеҙ. “Фән һәм университеттар” милли проекты үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм таланттарҙы асыу өсөн һеҙгә яңы мөмкинлектәр бирә. Тиҙҙән Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе этабы асыла. Өс юғары уҡы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы студенттарҙы ҡотланы
25 января 202425 янв 2024
1 мин