Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын 2024 йылдың Президент гранттары фонды конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. 1 февралдән Президент гранттары фондының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башлана. Унда 11 йүнәлеш буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары ҡатнаша ала: социаль хеҙмәтләндереү һәм граждандарҙы һаҡлау, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, ғаилә, әсәлек , атайлыҡ һәм балалыҡты һаҡлау, йәштәр проекттарына ярҙам итеү, фән, мәғариф өлкәһендә проекттарға булышлыҡ итеү, тарихи хәтерҙе һаҡлау, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы һаҡлау, милләт-ара, дин-ара килешеүҙе нығытыу, йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм ватандаштарға ярҙам итеү, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү. Ғаризалар президентскиегранты.рф сайтында 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы йылдың Президент гранттары фондының тәүге конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың комме