Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителгән конкурстың киләһе ҡатнашыусыбыҙ менән таныштырып үтмәксебеҙ. Халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын, йыр-моң сәнғәтен тәрәндән белеүселәр бик һирәк. Мультинструменталист Мираҫ ҮҘӘНБАЕВТЫҢ репертуарында “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Бала ҡарға”, “Сүкем батыр”, “Алпамыша” һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләре бар. Әле студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ул төрлө сараларҙа ҡатнаша, оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Ғөмүмән, башҡорт халҡының ҡурай, ҡумыҙ, думбыра сәнғәтен үҫтерә, ауыҙ-тел ижадын өйрәнә һәм үҙенең белгәндәрен башҡалар менән уртаҡлаша. Мирас Үҙәнбаев Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өсөнсө курсында белем ала. Шул уҡ ваҡытта “Мирас” йыр һәм бейеү ансамбле артисы. – Бала саҡта яңылыш ҡына ҡолап, тотлоға башлауымды еңер өсөн атай-әсәйем музыкаға әйҙәгән. Өләсәйем дә ситтә ҡалмай. Миңә доғалар ятлатып ҡарай. Доға һөйләгәнемдә һис тә тотлоҡмай торғайным. Миңә ҡобайыр, эпос ятлауҙың шифаһы тейҙе шикелле, Асия Солтан ҡыҙының дәресендә һамаҡлап һөйләү һәм уның дикцияға ҡағылышлы төрлө күнекмәләре ныҡ ярҙам итте. Бәлки, халҡыбыҙҙың борондан быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡобайырҙары доға кеүек, бер дауа булғандыр, тип уйлайым. Ҡобайыр ятлағандан һуң тотлоғоуым бөттө, – ти Мирас. Фотолар: М. Үҙәнбаевтың шәхси архивынан.