Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Башҡорттарым, уянығыҙ!"

"Башҡорттарым! Халҡым! Уян!Күпме алданырға, яңылышырға була? Бер үк кешеләр һине нисә йылдар алдай, хистәреңдә уйнай. Уларҙың маҡсаты бер: халыҡ менән идара итеү, хөкүмәтте ҡурҡытып алыу, үҙҙәренә файҙа эҙләү. Халыҡты түгел, үҙҙәрен ҡайғырта улар. 1990-2000 йылдарҙан алып улар федераль власҡа, һуңынан республикаға шантаж ойоштора.Башҡорттарым, һеҙ ысынлап Хәбировтың республикаға үҙ халҡын ҡыйырһытыу өсөн ҡайтҡанына ышанаһығыҙмы? Тап ошоға ышандырырға теләй ҙә инде һеҙҙе бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары.Беләһегеҙме, шул бола күтәргән Баймаҡ районының бюджет инвестициялары буйынса бөтә республика райондары араһында беренсе урында торғанын? Баймаҡта һуңғы йылдарҙа Еңеү паркы, ҡала майҙаны, күп мәктәптәр төҙөкләндерелде, яңы мәктәптәр һәм балалар поликлиникаһы төҙөлдө, боҙ һарайы эшләнеп ята.Заманса һәм уңайлы йәшәү өсөн инфраструктура булдырыла унда. Баймаҡта, күп башҡорттар көн иткән төбәктә! Болғаусылар һөйләгән һәм улар күрә алмаған әрмәндәр, “ҡара халыҡтар” төбәге түгел унда.Быны нимә өсөн эшләй Хәбиров? Башҡорттар менән көрәшеү өсөнмө? Үҙ милләтен бөтөрөү өсөнмө? Әллә үҙебеҙҙең башҡорттар яҡшы йәшәһен, матур парктарҙа ял итһен, балаларын йөрөтһөн, тейешле медицина ярҙамы алһын, заманса шарттарҙа спорт менән шөғөлләнһен типме? Үҙегеҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарағыҙ әле, башҡорттарым!Экология мәсьәләһе менән дә республика Хөкүмәте планлы рәүештә, ныҡлап, тырышып шөғөлләнә. Лицензияларҙы кире тартып алыу, миллионлаған штрафтар һалыу – барыһы ла республика Хөкүмәтенең эше. Бер ҙә осраҡлы кешеләр эше түгел. Быларҙы дәлилләү өсөн бик шикләнгәндәр Росприроднадзорға йәки Роснедраға мөрәжәғәт итеп белешә ала. Был органдар - Федераль ведомстволар, беҙгә буйһонмайҙар, әммә уларҙың барыһы менән дә уртаҡ тел табып, Радий Хәбиров бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, Баймаҡта билдәле алтын сығарыусы Хамуляк әллә ҡасандан эшләй, йә Учалы районының Ураҙ ауылындағы әрмәндәр... Уларҙы республикаға Хәбиров килтергәнме ни? Был эшмәкәрҙәр уға тиклем дә 10-ар йыл шунда эшләгән. Әммә тап беҙҙең Башлыҡ, тәбиғәтте бысратҡан һәм закондарҙы үтәмәгән өсөн, уларҙы был ерҙәрҙән ҡыуа башланы. Һеҙ, дуҫтар, әллә ысынлап алтын сығарыусылар халыҡ урамға сығып туҙынғандан һуң был кешеләр лицензияларын тапшырып, штрафтарын түләп киткән тип уйлайһығыҙмы? Бына ошоларҙы һеҙгә бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары һеңдерергә тырыша ла инде. Улай түгел шул. Асылда был - бик оҙайлы һәм ҡатмарлы процедура. Бында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияһы менән ҡатмарлы эштәр башҡарылды һәм ыңғай юлға һалынды.Ә хәҙер башҡорт теле буйынса. Әйҙәгеҙ, берәй майҙанға сығып “телебеҙ бөтә”, “балалар башҡортса белмәй” тип ҡысҡырып торайыҡ, шунан проблема хәл ителәме һуң? Юҡ, әлбиттә. Ә һеҙҙе бит, башҡорттарым, тап шулай тип ышандыралар бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары. Проблема иһә, ысынлап та, бар. Глобализация процесы үҙенекен итә. Башҡорт теле әлеге процестарҙың замана ҡорамалдарына индерелмәй икән, шунда хәүеф тыуасаҡ та. Бөгөн Өфөлә күп интеллигенция башҡорттарының балалары үҙ телендә һөйләшмәй. Бында яңыса алымдар, телде цифрлаштырыу, мобиль ҡушымталар, аҡыллы колонкалар, онлайн-тәржемәселәр, башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар кәрәк. Ошолар Хәбиров килгәндән эшләнә башланы ла инде.Ғалимдар һәм белгестәр, әгәр бала мәктәпкә тиклем үк туған телен өйрәнгән булһа, ул үҙ телендә теләп уҡыясаҡ, ти. Тимәк, балалар баҡсаһынан уҡ. Тап бына ошо тәңгәлдә беҙҙә махсус методикалар уйлап сығарыла ла.Уянығыҙ, башҡорттарым! Үҙ ерегеҙгә, өйҙәрегеҙгә ысын хужа була белегеҙ, һәм иң мөһиме баштарығыҙға хужа булығыҙ! Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөгөҙ!Бер төркөм оятһыҙ кешеләргә һәм "һары" мәғлүмәт сараларына тәртипһеҙлек, хаос һәм протестар ғына кәрәк. Ниндәй темаға булыуы ла мөһим түгел. Улар шулай итеп хакимлыҡ өсөн көрәшәләр, хөкүмәтте ҡурҡытып алмаҡсы була. Уларға ябай халыҡтың йәшәйеше кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Үҙҙәренә кәрәктә аҡты ла ҡара тип әйтәсәктәр. Тап бына бөгөнгөсә. Баймаҡ ҡалаһы судына килергә һәм шау-шыу сығарырға өндәп, улар халыҡ араһында бола ғына ҡуптарҙы. Улар халыҡҡа “ғәйепһеҙ дүрт бала атаһы” тураһында ғына һөйләне. Ә илде эстән тарҡатыусы, милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыусы тураһында, башҡорттарҙы үҙ илен, үҙ дәүләтен күрә алмаҫҡа өгөтләүсе тураһында һөйләмәнеләр...Шулай итеп, хөкөм ҡарары сығарылды, майҙанда халыҡ таралмай, ОМОН һәм Рәсәй гвардияһы автобустарын ҡамауға алды. "Ғәйепһеҙҙе" хөкөм иткәндәр икән, башҡорт ирҙәренең ҡайнар йөрәге уларҙы яҡларға, "ғәйепһеҙҙе" яҡларға саҡырҙы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән бәрелеш башланды. Буш урындан ҡайнар йөрәкле башҡорт егеттәренә Енәйәт кодексының бик ауыр статьяһы буйынса енәйәт эше асылды.Суд хөкөм сығарғас, Алсынов "һеҙ мине генә хөкөм итегеҙ, был кешеләр минең яҡлы килде, мин уларҙы саҡырҙым" тип әйтерме икән? Юҡ, ул үҙен ҡотҡарасаҡ һәм ҡабат: "Ә мин нимәлә ғәйепле, мин дүрт бала атаһы ғына", - тип әйтер. Бындай хәл булды ла инде, хәтерләйһегеҙме? “Ҡырмыҫҡалыла дүртәү” эшендә иң беренсе булып Алсынов егеттәрҙе Ҡырмаҫҡалыла булмаған әрмәндәр менән яуға саҡырып яҙма ҡуйҙы. Халыҡ ҡуҙғалып өлгөрҙө һәм яуапҡа тарттырылды."Ҡырмыҫҡалыла дүртәү" эше барышында Алсынов үҙенә яуаплылыҡ алманы. Шым ғына яҙмаһын юя һалды. Ошо намыҫһыҙ кешеләрҙең мажаралары халҡыбыҙға һәр саҡ әрнеү һәм ғазап ҡына килтерҙе.Уян, халҡым! Беҙ - Рәсәйҙең төп халҡы. Рәсәй - беҙҙең ил. Башҡортостан - беҙҙең республика.Президент мин ҡуйған видеояҙмала ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Һәм ошо телмәре менән илебеҙ Президенты Радий Хәбировты бик нескә һәм тәрән фекерле һүҙҙәр менән хупланы."Һары" матбуғаттың һәм бер төркөм оятһыҙ кешеләрҙең яман эштәре килеп сыҡманы, яуызлыҡтан нимә эшләргә белмәй һаман шашалар. Бер төркөм оятһыҙ кешеләргә һәм "һары" мәғлүмәт сараларының һүҙҙәренә ышанып, яңылыш юлға баҫҡан, әлеге ваҡытта һаҡ аҫтына эләккән ҡайнар йөрәкле башҡорт егеттәре миңә ысын күңелдән йәл.Уян, халҡым! Уяу бул, башҡортом!" Азат БАДРАНОВ. Фото: bashgazet.ru